Ҡушаматта яугир асылы.
Фронтта исем-фамилияны ҡушамат алмаштыра.Маҡсат - Ватан һаҡсыларының шәхси именлеген тәьмин итеү.Күптәр үҙҙәрен тыныс тормоштағы һөнәрҙәре буйынса атай. Компанир, блиндаж һәм окоп нығытмаларын ҡаҙыу эштәрен башҡарған тракторсыны "Фермер" тип йөрөтәләр. Контракт төҙөгәнсе ауыл хужалығында эшләгән. Хужалыҡ тотҡан. "Слесарь", гражданкала слесарь булған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хеҙмәт юлын үткән. Полктағы баш табипты "Профессор" йөрөтәләр. Ҡушаматы унын ғилми дәрәжәһе менән бәйле түгел. Яугирҙың шәхси һыҙаттары, белем кимәлен сағылдыра. "Профессор" полктағы иң тәжрибәле табип. Алғы һыҙыҡта, яу мәлендә яугирҙарға тап ул ярҙам күрһәтә.Ут аҫтында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға оҫтарып бөткән. Баш осонда снарядттар ярылғанда, пулялар һыҙғырғанда, өйөрө менән дрондар осҡанда ла тыныслығын юғалтмай. Профессорҙың ҡулы тейгән яралы мотлаҡ тере ҡала. Рәсми медицинан тыш халыҡ дауалау ысулдарын дә яҡшы белә. Киң эрудициялы. Уның менән ашығыс медицина, хәрби ҡорал төрҙәре, тактика, глобаль сәйәсәт һәм хатта юғары сәнғәт тураһында мауыҡтырғыс әңгәмә ҡорорға мөмкин. Мыҡты кәүҙәле, һомғол буйлы капитанды "Борус" тип йөрөтәләр. Ҡушаматының мәғәнәһе менән ҡыҙыҡһындым. Баҡтиһәң, был Хакасиялағы иң бейек тауҙың исеме икән. Полкташым да, тап шул тарафтарҙан булыр сыҡты. Күп кенә ҡушаматтар яугирҙың тышҡы ҡиәфәте менән бәйле. Ғәҙәттә уларҙы иптәштәрсә шаяртыу итеп ҡабул итергә кәрәктер. Мәҫәлән, ҡалын быялалы күҙлек кейгән һонтор егетте, полкта "Бинокль" тип атайҙар. Мәҙәк булһын тип тағылған ҡушамат уға йәбешкән. "Бинокль", тиҙерәк бул! "Бинокль", ошоно илтеп ҡуй! "Бинокль" һиңә яңы эш таптыҡ, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетерга тура килә. Бәғзеләрҙең ҡушаматы, бала саҡта уҡ бирелгән. Ниңә яңыһын эҙләп баш ватырға, әҙере булғанда. Шундайҙарҙың береһе "Япона". Сәйер күренһә лә, ҡушамат, ҡушамат инде. Тыуған ауылында уны һәм ағаһын тиҫтерҙәре шулай тип атаған. "Өлкән Япона" һәм "кесе Япона".
Мине полкта "Журналист" тип йөрөтәләр. Ҡушаматым һөнәрем менән бәйле. Контракт төҙөгәндә ырыуымдың атамаһын яугир ҡушаматы итеп алырмын тип уйлағайным. Был маҡсатта хатта "Катай" тигән шеврон эшләтеп алдым. Әммә рус телендә "ҡ" хәрефе булмауы сәбәпле исем, бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымға әйләнде. Мәғәнәһен оҙаҡ аңлатырға тура килә. Шуға ла формаға беркетелһә лә, миңә йәбешмәне. Блиндажға килеү менән "Мазай" ҡушаматлы яугир тыныс тормоштағы һөнәрем менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе булыуымды әйттем. Күрше урындағы оло ғына яугир "Журналист" булаһың инде,- тине. Һуңынан уҙаман үҙе менән таныштырҙы. Ҡушаматы "Волк" булып сыҡты.Полкташым Хәйбулла районы Бүребай ауылынан икән. Ҡушаматы ауылының исеменән алынғанын аңланым.
Полк командирының ҡушаматы “Имран". Мәғәнәһе изге китабыбыҙ Ҡөрьәндәге "Ғимран" сүрәһе менән бәйле. Ғимран христиан һәм ислам динендә берҙәй оло хөрмәт менән телгә алынған Мәрйәм ананың атаһы, Ғайса пәйғәмбәрҙең олатаһы Ғимран (раҙиаллаһуан) менән бәйле булып сыҡты. Ике диндең киҫешкән, берләшкән нөктәһе килеп сыға. Әлеге яу ҙа мосолмандар һәм христиандарҙы тупланы. Улар иңгә иң терәшеп уртаҡ дошманға ҡаршы алыша. Бер Аллаға доға ҡыла һәм түҙемһеҙлек менән барыбыҙ өсөн дә кәрәк булған еңеүҙе көтә.