#доброгопятничногоутра
#изгейомакөнө
Изге йомала сәй эсеү - сауап!
Башҡорттарҙа сәйле церемония ҡағиҙәләре
* Иртән торғас та сәйгә һыу ал.
* Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.
* Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара📷:тәүҙә сәй эс.
* Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.
* Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап.
* Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
* Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.
* Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал.
* Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
* Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
* Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
* Йома көндө йома сәйе үткәр.
* Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң килен сәйе эсер.
* Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, вәринйә ҡайнат.
* Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс.
* Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң сәй эсә!
Ғәзиз Йосопов.