Аңлатабыҙ. Башҡортостан


Гео и язык канала: не указан, не указан
Категория: не указана



Гео и язык канала
не указан, не указан
Категория
не указана
Статистика
Фильтр публикаций


Репост из: ЦУР Башкортостана
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
О важном и полезном и о событиях прошедшей недели мы расскажем вам в эфире утреннего шоу «Салям» – в понедельник, 25 июля, в 8:37. И кое с кем познакомим поближе. А пока посмотрите анонс: у проекта «Объясняем. Башкортостан» – новый персонаж.

Еще не подписаны на страницы «Объясняем.Башкортостан»? Вот ссылки:

«Объясняем. Башкортостан» в соцсетях на русском языке:
ВКонтакте: https://vk.com/obyasnyaem102
Одноклассники: https://ok.ru/obyasnyaem102
Телеграм: https://t.me/obyasnyaem102

«Объясняем. Башкортостан» на башкирском языке:
ВКонтакте: https://vk.com/anlatabiz102
Одноклассники: https://ok.ru/anlatabiz102
Телеграм: https://t.me/anlatabiz102


Дүшәмбе иртәһен «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» проектының яңы персонажы менән танышыуҙан башлайыҡ. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Сәләм» тапшырыуын 25 июлдә 8 сәғәт 37 минутта ҡарағыҙ


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Хәрби уҡытыу үҙәге - үҙгәрештәр буласаҡ, ләкин кафедра һаҡланасаҡ. Хәҙер инде - яңы вузда, Өфө фән һәм технологиялар университетында. Ошо хаҡта уҡыу йорттарын берләштереү һорауҙары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ойошторолған брифингта Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры Алексей Елизарьев һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов һөйләне

Тулыһынса брифнгты ошонда ҡаррағыҙ: https://vk.cc/cfgM4i

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Өфө фән һәм технологиялар университетына берләшкәндән һуң, БДУ һәм ӨДАТУ-ның бер йүнәлешле кафедралары бюджет урындарын тулыһынса һаҡлап ҡаласаҡмы?

Бюджет урындары ҡаралған программалар ниндәй күләмдә тормошҡа ашырыласаҡ? БСТ каналында үткән юғары уҡыу йорттарын берләштереү буйынса брифингта Башҡортостан Республикаһы Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов ошо һорауҙарға ентекләп яуап бирҙе.

Брифингтың яҙмаһы - ошо һылтанма буйынса:https://vk.cc/cfgM4i

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Микрофинанс ойошмаһы һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы боҙһа – үҙ хеҙмәттәрен көсләп таҡһа, бурысты ваҡытында ҡайтармаған өсөн саманан тыш юғары процентлы штраф ҡулланһа йәки проценттар рөхсәт ителгән сикләүҙән артһа, нимә эшләргә?

- Рәсәй банкының интернет-ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итегеҙ https://finombudsman.ru/.

Финанс һорауҙары буйынса кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы белгестәр граждандар һәм финанс ойошмалар араһындағы бәхәстәрҙе судҡа тиклем хәл итә. Микрофинанс компаниялар, законға ярашлы, финомбудсмен ҡарарҙарын да үтәргә тейеш. Махсус бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (800) 200-00-10 (шылытратыуҙар Мәскәү ваҡыты буйынса эш көндәрендә сәғәт 8.00-дән 20:00-гә тиклем ҡабул ителә). Шылтыратыу бушлай.
Иң мөһиме, һайланған компания мутлашыусымы, юҡмы икәнен тикшерегеҙ. Микрофинанс ойошмалар исеме аҫтында күп кенә законһыҙ кредиторҙар эш итә. Уларҙы нисек тикшерергә мөмкин һәм «эш хаҡына тиклем» заем алып торғанда нисек алданмаҫҡа - тулыраҡ мәғлүмәт карточкаларҙа.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Кафедралар һәм дисциплиналар бер-береһен ҡабатлаған осраҡта, Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү процессы ике вуз студенттары, абитуриенттар һәм уҡытыусылар составында нисек сағылыш табасаҡ? Башҡортостан Республикаһы Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов аңлата.
«Өфө фән һәм технологиялар университеты: яңы ҡарарҙар һәм ҙур мөмкинлектәр» тип исемләнгән телевизион брифингтың тулы версияһы ошо һылтанма буйынса:
https://vk.com/video/@obyasnyaem102?z=video-201146046_456241331%2Fclub210976283%2Fpl_-210976283_-2

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


22 июлдә, 15.00 сәғәткә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 291 476 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Бөтәһе 285 360 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 76-һы - уҙған тәүлектә.

Вакцинаның I компонентын - 2 959 353 кеше,
II компонентын 2 776 660 кеше һалдырған.

Коронавирустан 1 пациент вафат булған. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны - 5 763 кеше.

Сығанаҡ: https://vk.com/glavbash

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ.

Республика ситуациялар үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Төрлө юғары уҡыу йорттары, төрлө кафедралар, әммә дисциплиналар - бер үк. Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультеты менән БашДУ-ның математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты өр-яңы университет сикәтрендә нисек берләшә? Башҡортостан Республикаһы Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов БСТ каналында үткән юғары уҡыу йорттарын берләштереү буйынса брифингта ошо һорауға аңлатма бирҙе.

Брифингты тулыһынса бында ҡарағыҙ: https://vk.cc/cfgM4i

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
25 авгусҡа тиклем Түбәнге Новгородҡа барып өлгөрөгөҙ!

Һеҙҙе Түбәнге Новгород йәрминкәһенең 200 йыллығы уңайынан ҙур саралар көтә: театрлаштырылған тамаша, йәрминкә баҙары, тарихи реконструкция - ысын мәғәнәһендә ял һәм күңел асыу байрамы. Сара бер нисә быуатҡа артҡа ҡайтып, шул дәүер йәрминкәһе атмосфераһын тойорға мөмкинлек бирәсәк.

Ҡайҙа - Түбәнге Новгородтың йәрминкә майҙанында
Ҡасан - 25 авгусҡа тиклем һәр ял көнө
Йәрминкә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - https://www.yarmarka.ru/
Түбәнге Новгородта һеҙҙе нимә көтөүе хаҡында видеояҙма аша танышығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы ҡасан төҙөлә башлай? Проект ҡасан тормошҡа ашырыласаҡ? Ошо хаҡта уҡыу йорттарын берләштереү һорауҙары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ойошторолған брифингта Башҡортостан Республикаһы Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов һөйләне.

Брифингты тулыһынса ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://vk.cc/cfgM4i

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Президент яңы законға ҡул ҡуйҙы. Закон уҡытыусыларға ғына түгел, уҡыусыларға ла ҡағыла.

Дәүләт педагогтарҙың тормошон ни рәүешле ябайлаштырҙы, һәм улар ни өсөн уҡыусыларға күберәк ваҡыт бүлә аласаҡ?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берҙәм Өфө фән һәм технологиялар университеты итеп берләштеү башланғысының бер сәбәбе - глобаль конкуренция. Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн ниндәй мөмкинлектәр асыла, берләшеүҙең ниндәй этаптары үтелгән һәм тағы нимә көтөлә? Ошо хаҡта БСТ каналындауҡыу йорттарын берләштереү буйынса брифингта Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров һөйләне.

Брифингтың яҙмаһы - түбәндәге һылтанма буйынса: https://vk.cc/cfgM4i
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Рәсәйҙә яңы электр автомобиленең исем туйы үтте. E-NEVA Tesla компанияһының электр автомобилен алмаштырырға мөмкин. Яңы автомобиль вице-премьер Денис Мантуровҡа тәҡдим ителде лә инде.

Ышаныслы, заманса технологиялар һәм тышҡы ҡиәфәт - яңы машинаның төп өҫтөнлөктәре

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Ошо мәлдә ҡарағыҙ! Тура эфирҙа - «Өфө фән һәм технологиялар университеты: яңы ҡарарҙар һәм ҙур мөмкинлектәр» брифингы

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Брифинг: БашГУ+ УГАТУ = Уфимский университет науки и технологий
vk video


21 июлдә 15.00 сәғәткә ҡарата бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 291 421 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Бөтәһе 285 284 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 25-е - уҙған тәүлектә.

Вакцинаның I компонентын - 2 953 316 кеше,
II компонентын 2 773 114 кеше һалдырған.

Коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтары теркәлмәгән, мәрхүм булғандарҙың дөйөм һаны 5 762 кеше.

Сығанаҡ: https://vk.com/glavbash

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. COVID-19 сиренән прививка эшләтегеҙ.

Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Тәбиғи аҙыҡ-түлек яратаһығыҙмы? Ә уны көн һайын ашарға теләр инегеҙме?

Хәҙер был мөмкин. Президент дачаларҙа тауыҡ, ҡаҙ һәм йорт ҡуяндары үрсетергә рөхсәт иткән законға ҡул ҡуйҙы. Дөрөҫ, бер нисә сикләү бар. Ошо хаҡта беҙҙең роликта ҡарағыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Telegram
Ҡаланан ситтә йорт һатып алыу әлегә тиклем еңел булманы! Ә хәҙер Хөкүмәт дача һатып алыу өсөн йылына ни бары 3 процент менән льготалы ипотека индерҙе.

Ошондай участкаларға ихтыяж артыуын иҫәпкә алғанда, яңы программа ваҡытында эшләй башланы.

Роликта тейешле бонустар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан



Показано 18 последних публикаций.

161

подписчиков
Статистика канала