Микрофинанс ойошмаһы һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы боҙһа – үҙ хеҙмәттәрен көсләп таҡһа, бурысты ваҡытында ҡайтармаған өсөн саманан тыш юғары процентлы штраф ҡулланһа йәки проценттар рөхсәт ителгән сикләүҙән артһа, нимә эшләргә?
- Рәсәй банкының интернет-ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итегеҙ
https://finombudsman.ru/.
Финанс һорауҙары буйынса кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы белгестәр граждандар һәм финанс ойошмалар араһындағы бәхәстәрҙе судҡа тиклем хәл итә. Микрофинанс компаниялар, законға ярашлы, финомбудсмен ҡарарҙарын да үтәргә тейеш. Махсус бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (800) 200-00-10 (шылытратыуҙар Мәскәү ваҡыты буйынса эш көндәрендә сәғәт 8.00-дән 20:00-гә тиклем ҡабул ителә). Шылтыратыу бушлай.
Иң мөһиме, һайланған компания мутлашыусымы, юҡмы икәнен тикшерегеҙ. Микрофинанс ойошмалар исеме аҫтында күп кенә законһыҙ кредиторҙар эш итә. Уларҙы нисек тикшерергә мөмкин һәм «эш хаҡына тиклем» заем алып торғанда нисек алданмаҫҡа - тулыраҡ мәғлүмәт карточкаларҙа.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан